+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Йәйге ял
2 Июнь 2022, 10:05

Һаумы, йәмле йәй, һаумы, лагерь!

Балаларҙың йәйге каникулы башланыу менән республикала балалар һауыҡтырыу лагерҙары үҙ ишектәрен аса.

Хәйбулла районының йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан "Аҡсарлаҡ" лагерына 130 бала юлланды. Улар һаулыҡтарын нығытып, һәләттәрен асып, матур ял итеп, яңы дуҫтар табып ҡайтасаҡтар. Иң мөһиме, каникулды файҙалы һәм именлектә һау-сәләмәт үткәрергә яҙһын!

Хәйерле юл һәм иҫтәлекле ял һеҙгә, бәләкәй хәйбуллалар!

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас