+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Йәйге ял
2 Июнь 2022, 10:55

Дүртенселәр Өфөнө күреп ҡайтты

Ғафури районы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының IV «А», IV «Б» синыф уҡыусылары Өфө ҡалаһында экскурсияла булып ҡайтты.

— Экскурсия ойоштороусылар баш ҡалабыҙҙың билдәле урындарын күрһәтеп кенә ҡалманы, улар тураһында ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс мәғлүмәттәр һөйләне. Ҡала буйлап таныштырыуҙы ҡыҙыҡлы итеп квест уйыны формаһында алып барып, бүләктәр биреп тә балаларҙы шатландырҙылар. Уҡыусыларға иң оҡшағаны, әлбиттә, Ағиҙел буйлап теплоходта йөрөү булды. Был көндө  хатта һауа торошо ла ҡыуандырҙы, матур торҙо. Балалар ихлас күңелдән экскурсия етәкселәренә, бигерәк тә ошо матур ялды ойошторған ата-әсәләргә рәхмәтле ине. Мауыҡтырғыс сәйәхәттән ҡәнәғәт булып, йәйге каникулға яҡшы кәйеф менән таралыштылар, — ти синыф етәкселәре Айгөл Ғәлләмова.

Фото: vk.com

Дүртенселәр Өфөнө күреп ҡайтты
Дүртенселәр Өфөнө күреп ҡайтты
Дүртенселәр Өфөнө күреп ҡайтты
Дүртенселәр Өфөнө күреп ҡайтты
Дүртенселәр Өфөнө күреп ҡайтты
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас