+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Йәйге ял
3 Июня 2022, 09:40

Лилиана — Өфөлә!

Миәкә районы Илсеғол башҡорт гимназияһының IV синыфын уңышлы тамамлаған Лилиана Йәнтуринаның йәйге каникулы күңелле башланып китте. 

Өләсәһе Рәмилә Миңлебулат ҡыҙы Аллағыуатова менән баш ҡалаға ҡунаҡҡа килде улар. Данис ағаһы үҙҙәренә Өфөнөң иҫтәлекле урындарын күрһәтте, фотоға төштөләр, тәмлекәстәр менән һыйландылар. Ҡыҫҡаһы, ваҡыттары күңелле уҙҙы!

— Салауат Юлаев һәйкәлендә, Совет майҙанында, «Ете ҡыҙ» фонтанында булдыҡ. Аксаков паркында аҡҡоштарҙы, ҡыр өйрәктәрен күҙәттек. Электросамокатта йөрөнөк. Ботаника баҡсаһы эргәһендә урынлашҡан зоопаркта айыу, төлкө, бүре, ишәк, тауис, ҡабанды күрҙек, юл буйында йөрөгән тейендәрҙе сәтләүек менән һыйланыҡ. Ә шулай ҙа миңә Якутов исемендәге парк нығыраҡ оҡшаны. Унда ниндәй генә атракциондар юҡ! Рәхәтләнеп күңел астыҡ! Әлдә ағайым бар әле, уға рәхмәт! — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Лилиана. Илгәҙәк ҡыҙ баш ҡаланың матурлығына һәр ваҡыт һоҡланыуын белдерҙе.

Йәйҙе матур итеп башлап ебәргән Лилиананың каникулы сағыу, мөғжизәле, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булыуын теләйбеҙ.

Лилиана - Өфөлә!
Лилиана - Өфөлә!
Лилиана - Өфөлә!
Лилиана - Өфөлә!
Лилиана - Өфөлә!
Лилиана - Өфөлә!
Лилиана - Өфөлә!
Лилиана - Өфөлә!
Лилиана - Өфөлә!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас