+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Йәйге ял
4 Июнь 2022, 07:05

«Беҙҙә күңелле», – ти ял итеүселәр

 Өфөләге 119-сы мәктәптең башланғыс синыфтары йәйге лагерҙағы көндәрен гимн тыңлауҙан башлай.

Мәктәптең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ирина Шамил ҡыҙы лагерға йыйылған балаларға дәүләт символдары тураһында һөйләп, ял итеүселәргә тәртип ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә кәрәклеген аңлатып китә.

Лагерь начальнигы Лада Вячеславовна Тузова балаларҙы тәрбиәселәр менән таныштырғандан һуң, барыһын да мәктәп ашханаһына иртәнге ашҡа саҡыра.

-Балалар Сергей Аксаковтың «Аленький цветочек» тигән театрлаштырылған тамашаһын һәм «Родина» кинотеатрында «Солдатик» тигән фильм ҡарап, мәктәптә төрлө уйын өйрәнеп, үҙҙәренә яңы дуҫ-иптәш тә табып өлгөрә, — ти өлкән вожатый Альбина Камил ҡыҙы.

Балаларға рәссам Зәбир Фәрит улы Тувалевтың «Матурлыҡты күрә бел» темаһына һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе лә ныҡ оҡшаны.

Сәриә Ишкинина,

5-се отряд тәрбиәсеһе.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас