

Ҡыҙҙар һәм малайҙар сәксәк бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе ҡараны. Әйҙәүселәр үҙҙәрен ҡыҙыл эремсек, муйыллы ҡорот, талҡан эшләү серҙәре менән таныштырҙы. Ҡоймаҡ, ҡуҙғалаҡлы бәлеш тә ашап ҡаранылар, тәмле буҙа эстеләр. Башҡорт милли ризыҡтарын һүрәткә лә төшөрҙөләр. Аш-һыу тураһында кроссворд систеләр, йомаҡтар әйтештеләр.
Ә төшкө ашта балалар итле бишбармаҡ менән һыйланды.
Айгөл ҠЫРҒЫҘБАЕВА .