+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Йәйге ял
10 Июнь 2022, 05:30

“Хәйбулла мираҫтары” лагерында – "Ҡарға бутҡаһы"

Хәйбулла районының Аҡъярҙағы 2-се мәктәбендә эшләп килгән “Хәйбулла мираҫтары”  лагеры һоҡландыра. Әле яңыраҡ ял итеүсе балалар өсөн Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм “Юшан” ветерандар халыҡ инструменталь ансамбле ағзалары тарафынан әҙерләнгән “Ҡарға бутҡаһы” байрамы ойошторолған.  

“Хәйбулла мираҫтары”  лагерында – "Ҡарға бутҡаһы"“Хәйбулла мираҫтары”  лагерында – "Ҡарға бутҡаһы"
“Хәйбулла мираҫтары” лагерында – "Ҡарға бутҡаһы"

– “Ҡарға бутҡаһы” – ул башҡорттарҙың яҙҙы ҡаршылауға арналған традицион байрамы. Яҙ, йәй мәлендә үткәрелгән был байрам яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға тура килтереп уҙғарылған. Сағыу күлдәкле аҡ инәйҙәрҙең батмустар менән бейеүҙәре, мандолина һәм ҡумыҙҙа өҙҙөрөп уйнауҙары һәр баланың күңеленә үтеп инде. Ял итеүселәр төркөмдәргә бүленеп, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Осто-осто...”, “Бесәй менән сысҡан”, “Үгеҙ йөҙөк”, “Йәшерәм яулыҡ” башҡорт халыҡ уйындарында ла бик  әүҙем ҡатнашты. Ҡырҙа бутҡа ашау, ҡарғаларҙы һыйлау уҡыусыларҙың күңелендә бала саҡтарының матур бер иҫтәлеге булып һаҡланыр.
Байрамға йыйылған һәр кем көҙҙөң мул уңышлы булыуын теләп, бер-береһенә рәхмәттәр әйтеп, бик яҡшы кәйефтә таралышты, – ти ойоштороусылар.

 

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

“Хәйбулла мираҫтары”  лагерында – "Ҡарға бутҡаһы"
“Хәйбулла мираҫтары”  лагерында – "Ҡарға бутҡаһы"
“Хәйбулла мираҫтары”  лагерында – "Ҡарға бутҡаһы"
“Хәйбулла мираҫтары”  лагерында – "Ҡарға бутҡаһы"
“Хәйбулла мираҫтары”  лагерында – "Ҡарға бутҡаһы"
“Хәйбулла мираҫтары” лагерында – "Ҡарға бутҡаһы"
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас