+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Йәйге ял
10 Июня 2022, 10:40

Торатауға сәйәхәт

Ғафури районы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының V “В” синыфы уҡыусылары Торатауға сәйәхәткә барғандар. Уларҙы уҡытыусылары Олеся Марат ҡыҙы һәм тәрбиәселәре Гүзәл Рәүеф ҡыҙы оҙатып йөрөгән. 

Торатауға сәйәхәтТоратауға сәйәхәт
Торатауға сәйәхәт

 – Торатау – Башҡортостан тәбиғәтенең уникаль ҡомартҡыларының береһе булып тора. Ул Ишембай районында Ағиҙел йылғаһынан алыҫ түгел Туғар һалған күле буйында урынлашҡан. Тауҙың бейеклеге 406 метр, оҙонлоғо 1 километр 200 метр, киңлеге 800 метр тәшкил итә икән. Уҡыусыларыбыҙ менән Торатау башына үрләп мендек. Алдыбыҙға алған аҡсатыбыҙға ирештек, тип уйлайым. Балаларға ныҡ оҡшаны был сәйәхәт. Үҙҙәренә бик күп мәғлүмәт туплап, бик ҡәнәғәт ҡайттылар, – ти Олеся Марат ҡыҙы.

Афариндар! Ялығыҙ матур башланып киткән, артабан да каникул көндәрегеҙ иҫтәлекле һәм хәүефһеҙ үтһен, ғафуриҙар!

 

Фото: vk.com/club

Торатауға сәйәхәт
Торатауға сәйәхәт
Торатауға сәйәхәт
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас