

– Сара дини вәғәз менән башланды. Артабан балаларға төрлө ярыштар үткәрҙеләр. Ял итеүселәр арҡан тартышып, йәйәнән уҡ атыу, көршәк ватыу һәм һыу ташыуҙа ихлас ярыштылар. Балалар яттан аяттар, мөнәжәттәр һөйләне. Аҙаҡтан имам малайҙарға – таҡыя, ҡыҙҙарға яулыҡ һәм тәмлекәстәр бүләк итте. Балалар ҡыуанышып, ҙур рәхмәт әйтеп, өйҙәренә таралышты, – тип яҙа мәктәп уҡытыусылары.
Мәғлүмәт һәм фото: vk.com