+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Йәйге ял
19 Июнь 2022, 05:00

Кинйә Арыҫланов музейында

Көйөргәҙе районы Яҡшембәт  мәктәбенең башланғыс синыф уҡыусылары уҡытыусылары Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙы Хәлитова һәм Резеда Рәлиф ҡыҙы Кинйәкәева етәкселегендә Кинйә Арыҫланов музейына экскурсияға барған.

Кинйә Арыҫланов музейындаКинйә Арыҫланов музейында
Кинйә Арыҫланов музейында

  – Беҙгә  килгән уҡытыусылар, балалар һәм ата-әсәләрҙең тарихыбыҙ менән ихлас ҡыҙыҡһыныуы бик ҡыуандырҙы. Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙы музейыбыҙға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙ Мәҙәрик Шәнгәрәй улы Нәҙершиндең Миңлебай Рахманғоловҡа яҙған хатын, Рахманғолов Әсхәт Абдулла улының Рахманғолов Хәйернас Вәлит улына (икеһе лә һуғышта һәләк булып ҡалған) фронттан ебәргән 1942 йылғы фотоһын бүләк итте. Музейға алып килгән бүләктәре өсөн Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙына бик ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, – ти музей хеҙмәткәрҙәре.

Балаларға музейҙа булыу ныҡ оҡшаған. 

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Кинйә Арыҫланов музейында
Кинйә Арыҫланов музейында
Кинйә Арыҫланов музейында
Кинйә Арыҫланов музейында
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас