+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Йәйге ял
20 Июнь 2022, 11:15

Рыҫҡужа ауылы малайы көтөү көтә

Әбйәлил районы Ҡаҙмаш мәктәбенең V синыф уҡыусыһы Вәлинур Ғәлиндең каникулы бик шәп үтә.Ялын матур үткәрә. Ауылда уларға мал көтөү сираты килеп еткәс, ул да көтөштө.

Рыҫҡужа ауылы малайы көтөү көтәРыҫҡужа ауылы малайы көтөү көтә
Рыҫҡужа ауылы малайы көтөү көтә

Төш мәлендә малдар ашап туйғас, эҫенән ҡасып, күләгәлә ял итә. Шул мәлдә Вәлинур  тәбиғәт матурлығын күҙәтергә ярата, фотоға төшөрә. Иң уңышлыларын әсәһенә, дуҫ-иштәренә, туғандарына ебәрә.

Әйткәндәй, Вәлинур Ғәлин - бар яҡлап та шәп малай ул. Мәктәптә лә тик “дүртле” һәм ”бишле” билдәләренә генә уҡый. Матур итеп шиғыр һөйләй, һүрәт төшөрә, мәктәп, район, республика буйынса төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған Маҡтау ҡағыҙҙарын һанап бөткөһөҙ. Уның тағы бер иҫ киткес шөғөлө бар. Вәлинур пластилиндан әүәләп, төрлө ғәжәйеп һындар ижад итә. Был хаҡта тулыһынса гәзитебеҙҙең киләһе һанында күрерһегеҙ.

Рыҫҡужа ауылы малайы көтөү көтә
Рыҫҡужа ауылы малайы көтөү көтә
Рыҫҡужа ауылы малайы көтөү көтә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас