

– Ялыбыҙ ҡыҙыҡлы үтә. Бөгөнгө көнөбөҙ ныҡ иҫтәлекле булды. Ул Рәсәй Геройы, легендар яҡташыбыҙ, генерал-майор Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатовҡа арналғайны. Балалар «Йәйләү» гимнын башҡарғандан һуң данлыҡлы генерал тураһында бай мәғлүмәт алды. Улар «Шайморатов генерал» йырын башҡорт һәм урыҫ телендә башҡарҙы. Утта янмай, һыуҙа батмай торған батырыбыҙҙың тыуған ауылы, һәйкәлдәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Уҡыусыларға ныҡ оҡшаны.
Шулай уҡ бөйөк урыҫ императоры Пётр Беренсенең тыуыуына 350 йыл тулыуын да билдәләнек. Балалар уның тормош юлы тураһында презентация ҡарап, бик күпте белеп ҡалды.
Ырыуҙар араһында ойошторолған «Тыуған яғыңды беләһеңме?» тигән викторина ла ҡыҙыҡлы булды. Балалар кем уҙарҙан һорауҙарға яуап биреп, унда ихлас ҡатнашты. Ярышып мәрәй йыйҙылар, – ти көндөҙгө лагерҙың тәрбиәсеһе Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова.
Был көндө уҡыусылар күңелле уйындар уйнап, төрлө хайуандарҙы, ҡоштарҙы һүрәткә төшөрөү, пластилиндан һындарын әүәләү конкурстарында ҡатнашып та өлгөргән. Иң-иңдәр бүләктәр алып ҡыуанған.
Ашнаҡсы апайҙары күңел йылыһын һалып бешергән тәмле ризыҡты ашағандан һуң рәхмәт әйтеп, өйҙәренә шатланышып таралышҡандар.
З. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.