+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Йәйге ял
25 Июнь 2022, 05:10

Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт

Бөрйән районы  Иҫке Монасип мәктәбенең  I синыф уҡыусылары етәкселәре Вәсилә Әбүкарам ҡыҙы Әмирханова һәм әсәйҙәре менән Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәттә булып ҡайтҡан.  

Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәтШүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт
Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт

  Бына  Динара Ҡотлобаева беҙгә нимәләр яҙа: “Уйын-көлкө яратҡан бәләкәстәргә ҡыҙыҡлы булырмы икән, тигән уй әҙерәк күңелде өйкәберәк торҙо барған саҡта. Хафаланыуым тиккә булған. Балалар бергәләшеп йыраҡҡа юлланыуҙан тәьҫоратланып, мәмерйәне тиҙерәк күреү  теләге менән ашҡынып барып  еттек. Мәмерйә эсендә лә улар үҙҙәрен тыныс тотоп, экскурсия етәксеһен  иғтибар менән тыңлап йөрөнө. Бигерәк тә "Урал батыр" эпосы менән таныш булған  үҙемдең Әмир менән Динир улымда Шүлгәнташ  ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Балалар  бер туҡтауһыҙ төрлө һорауҙарын яуҙырҙы ғына...
Шүлгәндең тере һыуында бит-ҡулдарын сайып, аяҡтарын сылатып, фотоға төшөп, юлда урынлашҡан музейҙа булып, ҡайтыу юлында Йылҡысыҡҡан күленә ял итергә туҡтаныҡ. Бында сәй эсеп, бер аҙ ял итеп, Аҡбуҙат һәйкәлен күреп ҡайттыҡ. Сәйәхәт барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны”.

Маладистар! Бик матур һәм фәһемле сәйәхәттә булып, яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтҡанһығыҙ  икән.

 

Фото: vk.com

Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт
Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт
Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт
Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас