

"Минең тыуған ерем – Ауырғазы районы Мораҙым ауылы. Һәр ваҡыт йәйге каникулымды көтөп алам. Сөнки ауылдың бөтмәҫ эшен яратып башҡарам.Бер ҙә ауыр түгел ул. Өләсәйемә ихлас ярҙам итәм. Көтөү көтәм, баҡса эштәрен дә башҡарам. Әле картуф күмеп, ҡый утаным.
Ата-әсәйем, туғаным менән Раевка яғындағы Дим буйына ял итергә барҙыҡ. Балыҡ тоттоҡ, һыу индек, тәмле итеп балыҡтан аш бешерҙек. Барыбыҙға ла ял итеү ныҡ оҡшаны.
Бына шулай каникулым файҙалы һәм күңелле үтә".
Маладис, егет! Матур ял да итә, өйҙәгеләргә ярҙамлашырға ла өлгөрә.