

Ораныбыҙ – Алас!
Ҡошобоҙ – ҡарсыға!
Ағасыбыҙ – ҡайын!
Тамғабыҙ – ҡош ҡабырғаһы!
Һәр көндәре ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлауҙан башланып китте «Йәйләү»селәрҙең. Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының көндөҙгө профилле лагерына йөрөгән уҡыусылар хаҡында һүҙем. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары тырышлығы менән бай йөкмәткеле программа әҙерләнгәс, 21 көндөң үткәне лә һиҙелмәй ҡалды. Лагерға V, VI, VII синыфтар араһынан илһөйәр, телһөйәр, әүҙем, алдынғы уҡыусылар ғына йыйылған. Теләүселәр күп булһа ла, уҡыу йылы һөҙөмтәләренә ҡарап, иң-иңдәрҙе генә һайлап алғандар.
Лагерҙың етәксеһе Миләүшә Хәлил ҡыҙы Муллағәлина, вожатыйҙар Рәсимә Ғайса ҡыҙы Кәримова менән Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Сайранова ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың «Йәйләү»ҙәге көндәре күңелле генә түгел, фәһемле лә үтһен өсөн бар көсөн, тырышлығын һалған. Тыуған яҡтың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү, туған телгә һөйөү уятыу лагерҙың төп маҡсаты булғас, рухлы, йыр-моңға, ауыҙ-тел ижадына бай, мәғлүмәтле, үҙенсәлекле саралар ғына ойошторолған.
Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр буйынса ярыш, сослоҡто, зирәклекте билдәләүсе квест уйыны, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа, Рәсәй көнөнә арналған байрамдар, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән танышыу, шәжәрә хаҡында һөйләшеү, йырлап-бейеп күңел асыу, ҡурай-ҡумыҙ моңдарын тыңлау уҡыусыларҙың күңеленә хуш килгән. Араларынан Рамаҙан Садиҡов, Самира Ғәтиәтуллина, Айгөл һәм Айһылыу Ғәлиевалар, Алина Хөснөтдинова, Аделина Муллағоловалар айырыуса әүҙемлек күрһәткән.
– «Батырҙар йылъяҙмаһы» республика акцияһына ҡушылып, Бәләкәй Аҡҡолай ауылында йәшәүсе Чечен һуғышы ветераны Тимур Фәрит улы Сиражетдинов менән осраштыҡ. Ул яуҙа кисергән ауырлыҡтар, сетерекле хәлдәр менән уртаҡлашты. Баймаҡ районында йәшәүсе яҡын дуҫы, яуҙашы Ришат Йәноҙаҡовты иҫкә алды. Үҙе яраланһа ла, уны ҡотҡарып, нисек үлемдән ҡалыуҙарын, хәҙер 10 сентябрҙе икеһе лә икенсе тыуған көндәре итеп һанауҙарын, бер-береһен онотмай, аралашып, осрашып йәшәүҙәрен һөйләгәндә уҡыусыларҙың күҙҙәре йәшкә сыланды. Осрашыу шул тиклем йылы атмосферала үтте, ҡыҙҙар һәм малайҙар яҡташ батырыбыҙға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы яуҙырҙы ғына, – ти Ләйсән Әнүәр ҡыҙы.
Төрлө спорт ярыштары, спартакиадаларҙа ла теләп ҡатнашҡан уҡыусылар, Раевкалағы «Виктория» бассейнына ла йөрөгәндәр, райондың «Замана» төркөмө ағинәйҙәре менән осрашып, «Кәкүк сәйе» байрамын үткәргәндәр, йыр-бейеү, матурлыҡ, батырлыҡ бәйгеләрендә үҙ һәләттәрен күрһәткәндәр. Сәйәхәткә лә барып ҡайтҡан улар. Стәрлетамаҡ ҡалаһында Муса Гәрәевкә арналған спектакль ҡарағандар, Ғафури районында дөйәғоштар фермаһы менән танышҡандар, Красноусол шифаханаһы янында ял итеп, һыу инеп, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп күңел асҡандар. Ул ғына ла түгел, экологик өмәләрҙә, лицей баҡсаһында ла эшләп өлгөргән үҙҙәре.
– «Йәйләү» лагеры лицейыбыҙҙа 2015 йылдан алып уңышлы эшләп килә. Инде етенсе йыл етәкселек итәм. Балалар бик теләп йөрөй, быйыл да 30 уҡыусы ял итте. Ике тапҡыр туҡланыу ойошторолдо, бынан тыш, һуттар, тәмлекәстәр, емеш-еләк менән дә һыйланыҡ, – ти лагерь етәксеһе Миләүшә Хәлил ҡыҙы.
Әйткәндәй, 2016 йылда республика буйынса «Йәйләү» лагеры менән I урын яулап, Анапаға юллама менән бүләкләнгәндәр. Миләүшә Хәлил ҡыҙы Муллағәлина алты уҡыусы менән барып, ял итеп, башҡа милләт балаларын башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, йолалары менән таныштырып ҡайтҡан.
– Үҙебеҙ менән милли башҡорт кейемдәрен дә алып барғайныҡ. Ҡыҙҙар менән түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәттек, егеттәр ҡурайҙа һыҙҙырып, барыһын да таң ҡалдырҙы, – тип хәтерләй ул шул мәлде.
– Лицейыбыҙҙа ике лагерь эшләне. «Йәйләү» башҡорт телле, рухлы булыуы менән айырылып торҙо. Барыбыҙ ҙа тик башҡортса ғына аралаштыҡ. Һөйләшкәндә яңылыш урыҫ һүҙҙәрен ҡулланыусылар өсөн үҙебеҙсә «яза» ла уйлап таптыҡ. Һәр яңылыш ысҡынған һүҙ өсөн – бер концерт номеры, – ти Рәсимә Ғайса ҡыҙы.
Йәйге ялдарын матур итеп башлап ебәргән уҡыусыларҙың «Йәйләү»ҙә алған тәьҫораттары күңелдәрен оҙаҡ йылытыр әле. Бындай бәхет һәр кемгә лә тәтемәй бит. Уға бары тик уңғандар ғына лайыҡ.
Юлиә КИРӘЕВА.
Әлшәй районы.