+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
28 Июнь 2022, 13:25

Дөйәғошто күрҙеләр, Торатауға менделәр...

Донъялағы иң ҙур ҡош – дөйәғошто беҙҙең урман-ҡырҙарҙа осратыу мөмкин түгел, әлбиттә. Ә шулай ҙа махсус урындарҙа был мөғжизәле йән эйәләрен күрергә була. Мәҫәлән, Ғафури районы Инйылға ауылында урынлашҡан фермала. Тап шунда юл тотто ла инде баш ҡалабыҙҙың 108-се мәктәбенең V «Г» синыфы уҡыусылары.

Дөйәғошто күрҙеләр, Торатауға менделәр...
Дөйәғошто күрҙеләр, Торатауға менделәр...

Уҡыу йылын яҡшы тамамлаһағыҙ, сәйәхәткә сығып килербеҙ, тигәйне синыф етәкселәре Гөлнара Сабир ҡыҙы Ниғмәтуллина. Яңы уҡытыусылар, яңы фәндәр еңел бирелмәне бишенселәргә, шулай ҙа Дияр Фазлетдинов, Диана Әхмәтгәрәева, Аделина Дауытова, Алёна Королёва, Ефим Скачков һәм Айлина Раянова йылды гел «бишле»ләргә йомғаҡланы. Ҡалғандар ҙа һынатманы – малайҙар мәктәптең футбол командаһы сос­тавында районда призлы урындар ал­ды, күптәр олимпиадаларҙа ҡатнашып тор­ҙо.
«УралЭкоТур» туристик агентлығы менән берлектә ойошторолған экскурсияға 25 бала сыҡты. Дөйәғоштар фермаһында башҡа хай­уан-ҡоштар ҙа йәшәй икән! Беҙ күреп белгән төлкө, тауис, боландан тыш, як, лама, ишәк, марал да бар. Тауыҡтарҙың 30-лап төрөн күрергә мөмкин. Теләүселәр иҫтәлеккә магнитлы сувенирҙар, дөйәғош ҡауырһынын, йомортҡаһын һатып алды. Ә уның бер йомортҡаһы 24 тауыҡтыҡына торошло, тиҙәр. Үҙе туҡлыҡлы икән дә!
Тамаҡ ялғап алғас, уҡыусылар Ишембай районына – билдәле Торатау шиханына юл тотто. Ҡасандыр диңгеҙ төбө булған был тау үҙенсәлекле үҫемлектәргә, бөжәктәргә, йәнлектәргә бай. 280 метр бейеклеккә күтәрелеүе бишенселәргә әллә ни ауыр булманы, ә өҫтән күҙ һал­ғанда ниндәй хозур­лыҡ йәйрәп ята тирә-яҡта! Күмәкләп фото­ға төшөп, сәйәхәттән ныҡ ҡәнәғәт ҡайтты улар.

Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Дөйәғошто күрҙеләр, Торатауға менделәр...
Дөйәғошто күрҙеләр, Торатауға менделәр...
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: