

– I– IV синыф уҡыусыларынан торған 80 бала, "Башҡорт теле" һәм "Бөркөттәр" командаларына бүленеп, төрлө ҡыҙыҡлы ярыштарҙа ҡатнашты. Балаларға "Йәшәгән, ти, батырҙар" китабындағы батырҙарҙың һынауҙарын үтергә тура килде. Малайҙар Таубатыр һымаҡ тиҙлеккә тау күсереп ярышһа, ҡыҙҙар Һыууртлар батыр кеүек ҡалаҡлап һыу ташыуҙа ярышты. Ә Уғатар батыр кеүек мәргән ҡыҙҙар һәм малайҙар командаларына өҫтәмә мәрәй йыйҙы. Шулай ҙа иң ҡыҙыҡлы ярыш Йүгерек батыр кеүек йүгереп ярышыу булғандыр. Бының өсөн ике уйынсының аяҡтарын бергә бәйләп, балалар тәғәйен араны ваҡытҡа йүгереп үтте. Сәмле лә, күңелле барған был байрам балаларға, уларҙы ҡарап ултырған ата-әсәләргә, командаларын дәртләндереп йөрөүсе уҡытыусыларға ла хуш килде. Байрам аҙағында һәр бала тәмлекәс алып ҡыуанды. Сараны ойоштороуҙа ярҙам иткән мәктәп директоры һәм уҡытыусыларына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – тип һөйләй китапхана хеҙмәткәрҙәре.
Фото: vk.com