+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Йәйге ял
5 Июля 2022, 11:09

"Аҡ елкән"дә - Башҡортостанға арналған смена

Ейәнсура районындағы "Аҡ елкән" балалар лагерында Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса йүнәлешле смена эшләй башланы.

"Аҡ елкән"дә - Башҡортостанға арналған смена"Аҡ елкән"дә - Башҡортостанға арналған смена
"Аҡ елкән"дә - Башҡортостанға арналған смена

Уны мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған. Лагерҙа Башҡортостандан, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Свердлов өлкәләренән 76 һәләтле уҡыусы 23 июлгә тиклем рәхәтләнеп ял итәсәк. Улар өсөн, әлбиттә, туған телгә, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүгә, республикабыҙ тарихын өйрәнеүгә йүнәлтелгән саралар ойоштороласаҡ. 

Фото: https://education.bashkortostan.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас