

Ирхан - ҡартәсәһенең алыштырғыһыҙ ҙур ярҙамсыһы. Ҡартәсәһе бейә һауып, ҡымыҙ эшләй. Ҡымыҙ эшләү мәле бик ҡыҫҡа бит инде. Ваҡытында өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Шуға ла Ирхан тырышып, ҡартәсәһенә ихлас ярҙам итә. Һауымға гел бергә йөрөй. Бейәләрҙе һауа торған еренә ҡыуып, ҡапҡаларҙы асып, ябып тора. Етмәһә, быйыл йыуаш бейәләрҙе һауып та ҡараны. Хәҙер ул аңланы, эштең ни тиклем көс, сыҙамлылыҡ талап иткәнен. Шуға ла ҡартәсәһенә ярҙам итергә ашҡынып тора ул. Маладис, Ирхан! Күҙ теймәһен, гел шулай аҡыллы, тырыш, уңған бул, йәме!