+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Йәйге ял
7 Июля 2022, 08:50

"Дуҫлыҡ планетаһы"нда күңелле!

Өфөләге 100-се мәктәптең "Дуҫлыҡ планетаһы" көндөҙгө лагерына йөрөгән уҡыусыларҙың ялдары күңелле һәм файҙалы үтә. Шуға ла I-V синыф уҡыусылары бында теләп килә.

"Дуҫлыҡ планетаһы"нда күңелле!"Дуҫлыҡ планетаһы"нда күңелле!
"Дуҫлыҡ планетаһы"нда күңелле!

Лагерь етәксеһе Алина Фәрит ҡыҙы Баҡыева, вожатыйҙар Гөлназ Рәшит ҡыҙы Яппарова, Гөлнур Илдар ҡыҙы Мөхәмәтова, Рина Рәил ҡыҙы Шәйәхмәтова, Виктория Викторвна Каширина уҡыусыларҙың һәр көндәре иҫтә ҡалырлыҡ үтһен өсөн бай йөкмәткеле программа әҙерләгән. Төрлө ижади саралар, спорт ярыштары, бәйгеләр ойошторалар, кинотеатрға, ҡаланың иҫтәлекле урындарына сәйәхәткә йөрөйҙәр. Яңыраҡ Опера һәм балет театрына барып, Пётр Чайковскийҙың "Щелкунчик" балетын ҡарағандар, "Ете ҡыҙ" фонтанын да күргәндәр.

Ә шулай ҙа уҡыусыларға янғын һүндереүселәр менән осрашыу айырыуса оҡшаған. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы яуҙырғандар ғына. Янғын һүндереү техникаһы менән дә танышҡандар.

"Дуҫлыҡ планетаһы"нда үткән көндәр ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың күңелендә онотолмайынса оҙаҡ һаҡланыр.

 

 

"Дуҫлыҡ планетаһы"нда күңелле!
"Дуҫлыҡ планетаһы"нда күңелле!
"Дуҫлыҡ планетаһы"нда күңелле!
"Дуҫлыҡ планетаһы"нда күңелле!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас