+17 °С
Ясна
VKOKTelegram
Йәйге ял
14 Июль 2022, 10:20

Бәпкәләр менән һөйләшеп

– Әйҙәгеҙ, өйгә ҡайттыҡ! Өйгә! – Өләсәһенең ҡаҙ бәпкәләре менән шулай һөйләшкәненә Арыҫлан башта аптырап ҡарап тора ине.

Бәпкәләр менән һөйләшепБәпкәләр менән һөйләшеп
Бәпкәләр менән һөйләшеп

– Улар һинең әйткәнеңде аңлаймы ни, өләсәй? – тип һораны ахырҙа.
– Нишләп аңламаһын... Аңлай­ҙар. Ана, күрәһеңме, барыһы ла минең арттан эйәрҙе.
Ысынлап та, урамдағы үләндәрҙе ашап туйған ҡошсоҡтар өләсәһе артынан теҙелешеп ҡап­ҡанан ихатаға үтә башланы.
Бер көнлөк сағынан ҡарап үҫтергәс, улар менән гел һөйләшкәс, аңлайҙар­ҙыр шул. Үҙҙәренсә ғағылдығын сығалар. Хәҙер ике ай булды инде ҡаҙ бәпкәләренә, эре йөндәре барлыҡҡа килә башланы. Өләсәһе уларҙы ҡарауҙы Арыҫланға ла ышанып тапшыра. Ишек алдындағы үләндәрҙе семтеп ашап бөткәстәре урамға алып сығырға тура килә. Өләсәһе башҡа эш менән булған саҡта ейәне уларҙың тамағын туйҙырып алып инә. Ҡайтыр ваҡыт етһә, малай ҙа өләсәһе шикелле: «Әйҙәгеҙ, өйгә ҡайттыҡ. Өйгә!» – тип команда биреүе була, тегеләре ҡапҡа яғына атлап та китә.
Енғалыш ауылына өләсәһе янына йыш килә Арыҫлан Фазылов. Быйыл ул Өфөләге 160-сы мәктәптең IV синыфын тамамланы. Гел «дүртле», «бишле» билдәләренә генә уҡый тырыш малай. Шахматҡа йөрөргә лә, бассейнда йөҙөргә лә өлгөрә. Ҡала малайы булһа ла, бер эштән дә ҡурҡып тормай, баҡсала йәшелсәләргә һыу ҙа һибә, түтәлдәрҙе лә утай, ашағас, һауыт-һабаһын да йыуып ҡуя.
Арыҫлан – ғаиләлә төпсөк малай. Тимур ағаһы һәм Ынйы апаһының ярат­ҡан ҡус­тыһы.
Ғаиләлә өс бала булғас, уларға ҡаланан ситтә ер ҙә биргәндәр. Әле ата-әсәһе – Гүзәл һәм Рим Фазыловтар шунда төҙөлөш эштәре менән мәшғүл. Тиҙҙән Арыҫландар ҙа, өләсәләре шикелле, үҙ ерҙәрендә үҙ өйҙәрендә йәшәй башлар. Шул саҡта, бәлки, үҙҙәре лә тауыҡ себештәре, ҡаҙ бәпкәләре алып ҡарап үҫтерерҙәр. Ә хәҙергә Арыҫлан өләсәһе, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәниә Шәғәли ҡыҙы Шаһыбаловала ҡунаҡта йәйге каникулын күңелле үткәрә. Туй­ғансы еләк-емеш, йәшелсә ашай. Саф һауала уйнай, һыу инә, яланға сыға. Үҙҙәренең өйҙәре әҙер бул­ғас, өләсәйҙәрен дә ҡунаҡҡа саҡырырҙар әле.

З. МӘҺӘҘИЕВА.
Шишмә районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас