+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Йәйге ял
16 Июля 2022, 04:35

"Ҡояшҡай"ҙағы иҫтәлекле көндәр

Бала саҡтың иң йәмле, матур мәлдәре, әлбиттә, йәй айҙары менән бәйләнгән.

"Ҡояшҡай"ҙағы иҫтәлекле көндәр"Ҡояшҡай"ҙағы иҫтәлекле көндәр
"Ҡояшҡай"ҙағы иҫтәлекле көндәр

Уҡыусылар өсөн уҡыуҙар тамам, рәхәтләнеп ял итер ваҡыт етте. Ә уны, һис шикһеҙ, кү­ңелле, мауыҡтыр­ғыс һәм сәләмәтлек өсөн файҙалы итеп үткәреү кәрәк. Бының өсөн иң беренселәр­ҙән булып көндөҙгө лагерҙар ярҙамға килә лә ин­де. Нимә эшләргә, көн­дө нисек уҙғарырға, ти­гән һорауҙарға урын да ҡалмай. Барыһы ла алдан уйланылған, хәстәрләнгән.
Беҙҙең белем усағында ла көндөҙгө «Ҡояшҡай» лагерында уҡыусылар ваҡыттарын ҡыҙыҡлы үткәрҙе. Һәр көн бында төрлө темаға арна­лып, бихисап саралар ойошторолдо. Унда һәр кем әүҙем ҡатнашты. Лагерҙа I – VII уҡыу­сыларынан, йәғни 180 баланан, 8 отряд туплан­ды.
Уҡыусыларҙа белем һәм тәрбиә биреү саралары, ҡыҙыҡлы экскурсиялар, асыҡ һауала мауыҡтырғыс интеллектуаль уйындар, төрлө оҫталыҡ дәрестәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һәр бала үҙенең талантын, һәләтен төрлө яҡлап асыуға өлгәште. Моғайын, улар күңелендә вожатыйҙар ойошторған төрлө күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр мәңге онотолмаҫ сағыу хәтирәләр булып ҡалғандыр.
Иң мөһиме – балалар­ҙың матур ял итеп, сәләмәтлектәрен нығытып, көс-дәрт алып, көҙгөһөн иҫән-һау мәктәпкә килеүҙәрен көтөп ҡалабыҙ.

Гөлкәй АЛЛАБИРҘИНА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Күгәрсен районы, Мораҡтағы 1-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас