+16 °С
Болотло
TelegramVKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
17 Июль , 14:15

Афарин, Фидан һәм Айнур!

Ғафури районы Һабай ауылы егеттәре Фидан Түҙбәков һәм Айнур Фәхретдинов йәйге ялдарын файҙалы үткәрә белә.  Әле уттай ҡыҙыу эш ваҡыты.

Афарин, Фидан  һәм Айнур!
Афарин, Фидан һәм Айнур!

 – Матур көндәр торғанда, бесән эшләп тә өлгөрөп ҡалырға кәрәк, – тип яуаплай улар. Эйе, бигерәк егәрле егеттәр икән шул. Икеһе лә Стәрлетамаҡтағы 2-се интернат-лицейында тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә уҡый. Көҙгә IX cиныфҡа барасаҡтар.

Афарин, егеттәр!

Афарин, Фидан  һәм Айнур!
Афарин, Фидан һәм Айнур!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас в