Динар Рәхимғолов – Өфөләге 118-се мәктәптең IV синыфын тамамлаған. Алмаз менән Рәмис Рәхимғоловтар Өфө районының Нуғай ауылынан, 147-се мәктәптә уҡыйҙар. Рәмис – IV, Алмаз II синыфты бөткән. Ислам Насиров иһә Әлшәй районының Раевка ауылынан ҡунаҡҡа килгән. Ул – гимназияның III синыф уҡыусыһы.
Ике туған малайҙар бер-береһе өсөн өҙөлөп тора, һағынып осрашалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Күмәкләшеп шау-гөр килеп футбол уйнайҙар, велосипедта елдерәләр, Биштирәк күлендә һыу инәләр, ҡояшта ҡыҙыналар.
Бер-бер артлы үҫеп килгән ейәндәренә ҡарап, өләсәйҙәре лә ҡыуанып бөтә алмай, үҙҙәрен тәмле ризыҡтар менән һыйлай, арҡаларынан тупылдатып һөйөп туймай.
– Ауылға ҡайтыу менән тыштан индереп алып булмай үҙҙәрен. Балалар телефондан айырылмай торған хәҙерге заманда саф һауала йөрөүҙәре сихәт ул, тип ҡыуанам ғына. Уландарым ҡайтҡас, миңә лә эш кәмене. Баҡсаға һыу һибәләләр, ҡый үләндәрен утайҙар, ҡош-ҡорт ҡарашалар, көтөү ҡаршылайҙар. Аллаға шөкөр, ярҙамсыларымдан уңдым, – ти йылмайып өләсәйҙәре Гөлшат Әғләм ҡыҙы Рәхимғолова.
Атай-әсәйҙәре менән бергә еләк йыйырға ла барған, көтөү көтөргә лә өлгөргән был эшһөйәр малайҙар.
– Күмәк булғас, көтөү көтөүе, эй, күңелле булды. Өләсәйем беҙҙе тәмлекәстәр менән һыйланы. Мал артынан йүгереп арыттырһа ла, ныҡ оҡшаны, – ти Динар.
Ауыл тормошон һағынып ҡайтҡан малайҙарҙың ялдарынан ҡәнәғәт булыуҙары күренеп тора, йөҙҙәре ҡояштай балҡый.
– Һыйырҙар үлән утлаған арала Аҡкүлдә балыҡ та ҡармаҡланыҡ. Иң күбе Рәмис ағайыма эләкте, – тип һүҙгә ҡушылды араларында иң бәләкәйе булған Алмаз.
Нарыҫтау ауылы бик матур ерҙә урынлашҡан. Малайҙар был хаҡта ла кинәнеп һөйләне.
– Ауыл эргәһенән һуҙылып киткән тауҙар ныҡ оҡшай миңә. Яңыраҡ күмәкләшеп унда ла мендек. Тау башынан ауыл ус төбөндәй генә булып күренә. Тирә-яғындағы күлдәргә лә һәр саҡ ҡарап һоҡланабыҙ, – ти Ислам.
Был малайҙарҙың каникулы ауылда, өләсәй янында, ана, шулай күңелле үтә. Сынығып һәм көс йыйып, ҙурайышып, мәктәпкә барырҙар әле. Ә әлегә рәхәтләнеп ял итһендәр.
Ю. ӘХМӘТЙӘНОВА.