Беҙ яратҡан каникул!
Ауыл һауаһы, Ағиҙел –
Барыһы ла танһыҡ ул!
Билбыуарҙан үлән үҫкән,
Еләктәре аллана.
Ауылда ул ялдың шәбе –
Эшең эшкә ялғана!
Хәҙер генә бесән етер –
Һәр нәмәнең мөҙҙәте.
Сиңерткә, сиртеп ҡумыҙын,
Үлән беште, тип әйтте!
Беҙ яратҡан миҙгел килде –
Каникулдар мәле бит.
Ҡәҙерен бел был осорҙоң –
Ялыңды файҙалы ит!
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.