+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
24 Июль 2022, 11:25

Аллозавр, тираннозавр янында

Уҡыу йылын яҡшы тамамлаһағыҙ, Әбйәлил районында урынлашҡан «Динопарк» ял итеү комплексына сәйәхәткә алып барам, тип һүҙ биргәйне уҡыусыларына урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рүзилә Таһир ҡыҙы Дәүләтҡужина.

Аллозавр, тираннозавр янында
Аллозавр, тираннозавр янында

Ниһайәт, ул көн дә етте! Бөр­йән районы Тимер мәктәбе­нең VII синыф уҡыусылары «ГАЗель»гә ултырып, юлға сыҡты. Етенселәргә инглиз теле уҡытыусыһы Миңлегөл Таһир ҡыҙы Яҙағолова менән төрлө синыфтарҙан бер нисә бала ла ҡушылды. Шау-гөр килеп, йырлашып-көлөшөп килә торғас, юл оҙонлоғо ла һиҙелмәне.
Бына сәйәхәтселәр серле лә, мөғжизәле лә, шул уҡ ваҡытта шомло ла тойолған Динопаркка аяҡ баҫты. Динозаврҙар донъя­һына килеп эләктеләр тиер­һең! Уларҙың ниндәй генә төр­ҙәре юҡ! Аллозавр, анкилозавр, спинозавр, стегозавр, стиракозавр, брахиозавр, тираннозавр... Ҙур, бейек йән эйәләренең һындарын күреп, ҡыҙҙар һәм малай­ҙар хайран ҡалды. Һәр береһен ентекләп ҡарап, таблицала яҙыл­ған белешмә менән танышты улар. Бигерәк тә малай­ҙар оҡшатты, күргән-белгәндәрен һөйләп, һүҙҙәре бөтмәне. Һәр береһе динозавр­ҙарҙы фото, видеоға төшөрөп ҡалырға тырышты. Бында шулай уҡ фил, дөйә, жираф, зебра, аҡ айыу, горилла, юлбарыҫ, арыҫлан һындары ла бар ине. Улар ҙа уҡыусыларҙа ҙур ҡы­ҙыҡһыныу уятты.
– Синыфымда – 5 егет һәм 4 ҡыҙ. Тырыш, уңған, һәләтле уҡыусылар йыйылған. Мәктәптә үткән һәр сарала, акцияларҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашалар. Миләүшә Мөхәмәтйәрова, Айназ һәм Илназ Баймырҙиндар, Гөлиә Дауытова, Рушан һәм Аҫылйәр Үлмәҫбаевтар «бишле» һәм «дүртле» билдәләренә генә өлгәшә. Камила Баймөхәмәтова рәсемде оҫта төшөрә, ҡул эштәренә лә әүәҫ, ә Урал Баязитов матур йырлай. Ҡыҙҙар бейергә ярата, егеттәр спорт менән дуҫ. Уҡыу йылын бик уңышлы тамамлағандары өсөн ошондай күңелле сәйәхәт ойошторорға булдым. Был көн еткәнен түҙем­һеҙлек менән көтөп алды уҡыу­сыларым, ныҡ оҡшаны үҙҙәренә, – ти синыф етәкселәре Рүзилә Таһир ҡыҙы.
Комплекста шулай уҡ музей ҙа бар. Етенселәр уның менән дә танышты. Бында балауыҙҙан төрлө персонаждар, геройҙар һынландырылған. Тәүгеһендә – ил тарихында билдәле булған күренекле шәхестәр, дәүләт эшмәкәрҙәре, сәхнә йондоҙҙары, билдәле спортсылар, икенсеһендә әкиәт геройҙары урын алған. Балалар яратып ҡараған әллә күпме әкиәт персонаждарын осратырға мөмкин.
– Күренекле шәхестәр залында Рәсәй Президенты Владимир Путин менән фотоға төшөүселәр күп булды. Икенсеһенә үткәйнек, әкиәт иленә килеп эләккәндәй хис иттек үҙебеҙҙе. Айболит, Бүре, Ҡуян, Йомро икмәк, гномдар, Шрек, Белоснежка... Ниндәй генә геройҙар юҡ! Хатта ҡур­ҡыныс, яуыз, кире образдар ҙа бар, – тип тәҫораттары менән уртаҡлашты Гөлдәниә Аллабирҙина.
Динопарк эргәһендәге һоҡланғыс күл буйына төшөп, тәбиғәт ҡосағында ял итеп, үҙҙәре менән алып килгән ризыҡтар менән һыйланып, тамаҡ ялғап алғандан һуң Тимер уҡыу­сылары Абҙаҡтағы зоопаркка юл тотто. Бында ла уларҙы мауыҡтырғыс ял сәғәттәре көтә ине.
Айыу, юлбарыҫ, һеләүһен, ҡуян, тейен, дөйә, тауис, аҡҡоштар... Һанай китһәң, байтаҡ үҙҙәре. Һәр береһен ҡыҙыҡһынып күҙәтте балалар. Бигерәк тә айыуҙар ҡыҙыҡ тойолдо.
– Шул тиклем зирәк үҙҙәре. Тимер рәшәткә аша, үтенес белдергән тауыштар сығарып, ашарға һорап, һауыттарын кешеләргә һоналар. Нисек тә иғтибарҙы үҙҙәренә йәлеп итергә тырышалар. Һыйлағайныҡ, ҡәнәғәт булып, урындарына барып яттылар. Бер яҡтан, ҡыҙыҡ кеүек булһа ла, күңелемдән тайыш табандарҙы йәлләп тә ҡуй­ҙым, – ти Урал Баязитов.
Көн кискә ауышҡас ҡына тыу­ған ауылдарына ҡайтып төштө сәйәхәтселәр. Алыҫ юлдан һуң арып-йонсоһалар ҙа, кәйефтәре күтәренке ине. Онотолмаҫлыҡ ял бүләк итте бит уҡытыу­сылары үҙҙәренә. Алған тәьҫораттар, хис-тойғолар каникулдың матур бер иҫтәлеге булып һаҡланып, күңелдәрен оҙаҡ йылытыр әле.

Ю. ӘХМӘТЙӘНОВА.

Аллозавр, тираннозавр янында
Аллозавр, тираннозавр янында
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: