

24 көн буйына һаулыҡтарын нығытасаҡ ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн бай йөкмәткеле ял итеү программаһы әҙерләнгән. Улар төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә, йыр-бейеү, ижади бәйгеләрҙә, спорт ярыштарында, осрашыуҙарҙа ҡатнашасаҡ, күргәҙмәләр, театрҙар, ҡаланың тарихи урындары, мәҙәни, спорт комплекстары менән танышасаҡ, Ҡырым Республикаһы буйлап сәйәхәт итәсәк.
Моғайын, "Аҡ елкән"дә үткән көндәре йәйге каникулдың матур бер иҫтәлеге, бүләге булып, һәр береһенең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Фото: userapi.com