Сменала барлығы 76 бала ял итте. Уларҙың һәр көнө мауыҡтырғыс сараларға бай булды.
Башҡорт ырыуҙары исеме менән аталған 4 отряд шәжәрәне, халҡыбыҙҙың милли йолаларын, мәҙәни мираҫы булған эпостарҙы өйрәнде, башҡорт халҡының милли уйын ҡоралдары ҡурай һәм ҡумыҙ буйынса дәрестәр алды, йырлап-бейеп күңел асты. Ә иң мөһиме - балалар "Йәйләү"ҙә тик башҡортса ғына аралашты.
Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең күңелендә телһөйәрлек, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләгән, рухландырған "Йәйләү" лагеры барыһына ла оҡшағандыр.
Фото: userapi.com