+15 °С
Болотло
TelegramVKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
2 Август , 11:40

"Йәйләү" лагерына рәхим итегеҙ!

Дуҫтар, моғайын, барығыҙ ҙа беләһегеҙҙер: 1 августа "Йәйләү - 2022" онлайн йүнәлешле сменаһы башланды. Ул ике аҙна дауам итәсәк.  Онлайн-лагерь ойошторған конкурстарҙа ҡатнашып, еңеп, ошо лагерҙың оффлайн сменаһына юллама яулай алаһығыҙ.

"Йәйләү" лагерына рәхим итегеҙ!
"Йәйләү" лагерына рәхим итегеҙ!

Онлайн смена етәкселәре - Айгиз Аҫылбәков менән Инйәр Ишмырҙин. Көн һайын иртән Азамат Зәйнетдинов һәм Айсулпан Фәйзуллина менән бергәләп дәртле флешмобта бейейәсәкһегеҙ.

Кемдәр белмәй ҡалған, "Йәйләү" онлайн лагерына ҡушыла һалығыҙ, һеҙҙе ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар көтә: https://vk.com/yaylau2022.

"Йәйләү" программаһының авторы, танылған яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева билдәләүенсә, лагерь балаларҙың таланттарын асыуға йүнәлтелгән һәм, ысынлап та, онлайн-сменала ҡатнашыусы уҡыусылар,  төрлө конкурстарҙа ҡатнашып,үҙҙәре лә һиҙмәҫтән нимәгә һәләтле булыуҙарын беләсәк.

Иң-иңдәрҙе матур бүләктәр һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары көтә.

Фото: http://karroo.ucoz.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас в