Каникулы күңелле үтә уның. Биш йәшлек ҡустыһы Рушан менән тыштан инә белмәйҙәр. Велосипедта елдерәләр, Дим йылғаһында һыу инәләр, ҡояшта ҡыҙыналар, баҡсаларында үҫкән емеш- еләктәрҙе ашап кинәнәләр. Атай-әсәйҙәре менән бергә Нөгөштә ял итергә лә, урманда еләк йыйырға ла өлгөргәндәр.
Арина быйыл 2-се мәктәптең III синыфына уҡырға барасаҡ. Бик әүҙем, уңған ҡыҙ ул. "Бишле" һәм "дүртле" билдәләренә генә өлгәшә. Дәрестәрҙән һуң "Оҫта ҡулдар", музыка түңәрәктәренә йөрөй. Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша.
Йәйҙең һәр көнөн иҫтә ҡалырлыҡ итеп уҙғарырға тырыша ул. Афарин, Арина! Ял итеп, сынығып, көс туплап ҡал! Уҡыу йылы башланырға ла күп ҡалманы бит.