Барыһы ла "Агросиныфтар" проектынан башлана. Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Стәрлетамаҡ районы етәкселәре үҙ-ара кәңәшләшеп, лагерҙа аграр смена булдырырға ҡарар итә. Әле унда ике отрядта 51 бала ял ваҡыттарын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрә. 21 көн дауамында республиканың эре предприятиелары менән танышасаҡтар, оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Мәҫәлән, бер көн үҫемлек үҫтереү серҙәрен өйрәнеүгә бағышланған. Лагерға осрашыуға Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары, ауыл хужалығы фәндәре кандидаттары килгән.
Алдағы йылдарҙа аграр сменаға башҡа район уҡыусыларын да йәлеп итергә планлаштыралар.
Фото: https://kolos.