

Филология фәндәре кандидаты, педагогика факультетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы Сәмерханова балалар менән танышҡас, ҡыҫҡаса үҙҙәренең уҡыу йорто тураһында һөйләгән.
Шулай уҡ башҡорт милли аш-һыуы тураһында әңгәмә ойошторолған. Балаларҙы милли ризыҡ әҙерләү тәртибе менән таныштырғас, уларҙың файҙалы үҙенсәлектәрен бергәләп асыҡлағандар.
Аҙаҡ отряд 6 командаға бүленеп, ижади эш башҡарған. Балаларға милли аш-һыуҙы популярлаштырған, уларҙың файҙалы үҙенсәлектәрен билдәләгән видеояҙма төшөрөргә тәҡдим ителгән. Иң ҡыҙыҡлы ижади эш өсөн командалар татлы приздар менән бүләкләнгән.
Лагерға йыйылған балаларға был иҫтәлекле һәм матур сара бик ныҡ оҡшаған.
Зөһрә ХӘКИМОВА.