+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Йәйге ял
14 Август 2022, 10:00

Айнур менән Роман – Баймаҡ яҡтарында

Айнур Ғафаров – ғаиләлә өлкән бала. Һеңлеһенең исеме – Әҙилә. Ул балалар баҡсаһына йөрөй. Әле  Айнур ата-әсәһе һәм һеңлеһе менән Баймаҡ районындағы ҡартаталарында ял итә. Ғаиләләре Төмән өлкәһе  Түбәнге Сартым ҡалаһында йәшәй.

Айнур менән Роман – Баймаҡ яҡтарындаАйнур менән Роман – Баймаҡ яҡтарында
Айнур менән Роман – Баймаҡ яҡтарында

Йыл да Баймаҡ районына ҡайтып йөрөйҙәр. Атаһы – Ҡолсоранан,  әсәһе Әмин ауылынан икән.

Әле ҡыҙыу бесән мәле. Тырыш малай  бесән эшләшкән, көн дә кис көтөү ҡаршылай.  Буш ваҡыттары булыу менән Талкаҫ күленә, Һаҡмар йылғаһына һыу инергә лә йөрөйҙәр. Айнур спорт менән  шөғөлләнә. Айнур башҡортса  матур итеп һөйләшә. Мәктәптә тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә уҡый икән.

Әле фотоһүрәттә бергә төшкән туғаны Роман Воробьев менән бергәләп йәй көндәрен күңелле һәм файҙалы итеп үткәрә. Роман Силәбе өлкәһе  Магнитогорск ҡалаһынан килгән. Ул тиҙҙән мәктәпкә барасаҡ.  Ике малай бергәләп, Сибайҙа йәшәгән олаталарында ла күп итеп сейә йыйғандар. Ҡалай маладистар!

Айнур менән Роман – Баймаҡ яҡтарында
Айнур менән Роман – Баймаҡ яҡтарында
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас