

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, әле республиканың агросәнәғәт комплексында кадрҙар етешмәүе күҙәтелә, йәш белгестәр бик әҙ. Шуға ла ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләүҙе яйға һалырға, мәктәп эскәмйәһенән үк уҡыусыларҙа был һөнәрҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға кәрәк. Ошо йәһәттән мартта үткән Халыҡ-ара агросәнәғәт форумы барышында мәғариф учреждениелары менән дәүләт власы органдары һәм агросәнәғәт предприятиелары араһында килешеүҙәр төҙөлдө.
Агросиныфтар проекты буйынса быйыл Стәрлетамаҡ районының «Колос» лагерында аграр смена эшләй. Был – республикалағы ошо йүнәлештә асылған беренсе смена. Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Стәрлетамаҡ районы етәкселәре үҙ-ара кәңәшләшеп, лагерҙа йүнәлешле смена булдырырға ҡарар итә. Әле унда ике отрядта 51 бала ял ваҡыттарын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрә. 21 көн дауамында республиканың эре предприятиелары менән танышасаҡтар, оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Мәҫәлән, бер көн үҫемлек үҫтереү серҙәрен өйрәнеүгә бағышланған. Лагерға осрашыуға Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары, ауыл хужалығы фәндәре кандидаттары Эльмира Рифҡәт ҡыҙы Дауытова һәм Азат Вәхит улы Вәлитов килгән. Үҫемлектәр донъяһы менән таныштырғандан һуң дарыу үләндәре тураһында ентекләп һөйләгәндәр. Балаларға бик оҡшаған.
Лагерҙағы Ландшафт дизайны көнөндә балалар БДАУ уҡытыусыһы Рима Ришат ҡыҙы Абдуллинаның ҡыҙыҡлы лекцияһын тыңлап, файҙалы мәғлүмәттәр туплаған. Ә оҫталыҡ дәресендә улар үҙҙәре лә ландшафт дизайнеры ролендә булып ҡараған.
Экология көнөндә иһә Йөрәктауға артылғандар. Киләһе йылдарҙа ошондай аграр сменаларҙы бүтән район уҡыусылары өсөн дә ойоштормаҡсылар. Бик хуп!
Э. РӘШИТОВА.