+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
16 Август 2022, 15:35

Ялдары күңелле үтә

Лилиә һәм Илназ Зәйнуллиндар, Алмаз һәм Айназ Зөлҡәрнәевтәр, Әмир Сираев, Фәнзил һәм Илназ Кәримовтарҙы Дим буйында осраттым. Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан улар. Күмәкләшеп балыҡ ҡармаҡларға килгәндәр икән.

Ялдары күңелле үтә
Ялдары күңелле үтә

– Илназ ҡустым менән Ямал-Ненец автономиялы округының Губкин ҡалаһында йәшәгәс, ауылдағы дуҫтарыбыҙҙы һағынып ҡайтабыҙ. Уның ҡарауы, йәй буйы бергәбеҙ. Күмәк булғас, күңелле. Рәхәтләнеп һыу инәбеҙ, балыҡ тотабыҙ, велосипедта елдерәбеҙ, тәбиғәт ҡосағына сығып ярыштар ҙа ойошторҙоҡ. Ауылдан китке лә килмәй, – ти араларында берҙән-бер ҡыҙ булған Лилиә.

Йәйен ауылда рәхәт шул. Ғүмерҙең иң гүзәл миҙгеле булған бала саҡтың ҡәҙерен белеп, кинәнеп уйнап-көлөп, бергә-бергә ял итеүгә ни етә!?

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: