+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
24 Август 2022, 15:25

Аҡмулла төйәгендә

Миәкә районы Ҡаран-Ҡунҡаҫ мәктәбенең башланғыс синыф уҡыусыларына уҡытыусылары матур ял бүләк итте. Күмәкләшеп бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған төйәгенә сәйәхәткә барып ҡайттылар. 

Иң тәүҙә Туҡһанбай ауылында урынлашҡан Милли әҙәбиәт музейы филиалы - Мифтахетдин Аҡмулла музейында булдылар. Унда башҡорт халҡының көн-күреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, Туҡһанбай ауылы тарихы, Аҡмулла төйәгенә ҡағылған китаптар, фотоһүрәттәр,  мәғрифәтсенең ауыр яҙмышы, ижады менән таныштылар, үҙ ҡулы менән яһаған китап ө:тәлен күреү бәхете лә тейҙе.

Аҡмулла бюсы алдында фотоға төшөп, Аҡмулла шишмәһенән һыуҙар эсеп, күңелле итеп йөрөп ҡайтты балалар. Район үҙәгендә туҡтап, яңы төҙөлгән балалар майҙансығында уйнап та алдылар. Мәғлүмәтле, фәһемле, күңелле сәйәхәт, моғайын, ҡыҙҙар-малайҙарҙың күңелендә матур бер иҫтәлек булып һаҡланыр. 

 

 

 

Аҡмулла төйәгендә
Аҡмулла төйәгендә
Аҡмулла төйәгендә
Аҡмулла төйәгендә
Аҡмулла төйәгендә
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: