+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
26 Август 2022, 11:03

Ете малай, ете батыр

Бөрйән районы Мәһәҙей мәктәбенең IV синыфына 7 малай уҡырға бара. Ете батыр, ете йылғыр, сос егет: Шайморат Шәғәлин, Камил Асылбаев, Рәмзил Байназаров, Тамерлан Ишимов, Ришат Ғарифуллин, Ғәзиз Насыров, Муса Ғарифуллин. 

Ете малай, ете батыр
Ете малай, ете батыр

Исемдәре лә матур, эйе бит?!

  – Үҙ-ара бик дуҫтар, ярҙамсылдар улар, – ти уҡыусылары тураһында Зинира Фазылйән ҡыҙы Хәсәнова. – Мәктәптә үткән барлыҡ сараларҙа ла күмәкләп бик әүҙем ҡатнашалар. Һәр береһе матур итеп шиғыр ятлай, хор менән йырлайҙар, бейейҙәр ҙә. Уҡыуҙа ла тырыштар.

Ә әлегә буласаҡ дүртенселәр быйылғы йәйҙең ҡояшлы көндәренә кинәнеп, туйғансы саф һауала уйнап ҡалырға тырыша.

Каникулда ял да иткәндәр, өйҙәрендә лә ярҙамлашҡандар, әлбиттә.  Тамерлан, Ғәзиз, Ришат, Шайморат бесән әҙерләшкән. Камил хатта комбайнға ултырып йөрөп, нисек иген урғандарын ҡараған. Ағиҙел буйлап кәмәлә аҡҡан, Өфөнө лә күреп ҡайтҡан. Ғәзиз иһә балалар лагерында ял иткән.

  – Ауылды һағынып ҡайттым,– ти ул. Малайҙар бөтәһе лә еләккә йөрөгән, Ағиҙел йыраҡ тип тормай, унда һыу инергә барғандар. Эҫе көндәрҙә һай булһа ла үҙҙәренең Мәмбәтһыпы йылғаһында ла һыу ингәндәр. Рәмзил Фәнзил ҡустыһы менән уйнаған, уға күҙ-ҡолаҡ булған. Ә Ришат иһә ат ярата икән, ул атаһына ҡолондар ҡарашҡан. Шулай өйҙә лә ярҙам иткәндәр, бергәләп рәхәтләнеп уйнағандар ҙа малайҙар. Велосипедта ярыш ойошторһондармы, кистәрен стадионда футбол уйнаһындармы...

Әйткәндәй  спорт ярата улар. III синыфта уҡығанда ҡыш көнө бер команда булып,  әсәйҙәренә ҡаршы быйма менән футбол уйнағандар, бик ҡыҙыҡ барған ярыш. Йылғыр малайҙар еңгән, әлбиттә.

 Егеттәр егеттәр инде: киләсәктә күбеһе янғын һүндереүсе, хәрби йә полиция хеҙмәткәре булырға хыяллана. Уларға артабан да тырышып уҡыуҙарын, алдарына матур маҡсат ҡуйып, шуға ирешеүҙәрен теләйбеҙ.

Фото: З.Хәсәнова.

 

 

Ете малай, ете батыр
Ете малай, ете батыр
Ете малай, ете батыр
Ете малай, ете батыр
Ете малай, ете батыр
Ете малай, ете батыр
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: