+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
28 Август 2022, 20:15

Башҡортостан беҙгә ныҡ оҡшай, – ти Себер малайҙары

Әле һеҙ фотоһүрәттә күргән шәп малайҙар – Себер яҡтарынан. Улар Ханты-Манси автономиялы округындағы Нефтеюганск ҡалаһында йәшәй.

Башҡортостан беҙгә ныҡ оҡшай, – ти Себер малайҙары
Башҡортостан беҙгә ныҡ оҡшай, – ти Себер малайҙары

Ғаиләләре йыл һайын Башҡортостандың Туймазы районында ял итә. Телгә оҫта VI синыф уҡыусыһы Руслан Сәйфетдинов:

– Йыл да Өйәҙетамаҡ ауылында йәшәүсе Зиннур еҙнәйем менән Зөлфиә апайымдарға ҡайтабыҙ. Улар гел беҙҙе йылы ҡаршы алып, матур итеп оҙатып ҡуя. Беҙ, ял тигәс тә, гел ял итеп кенә ҡалмайбыҙ. Ата-әсәйем, Рафаэль ағайым менән ауылда ниндәй эш бар, барыһында ла ихлас ярҙам итергә тырышабыҙ, – тип һөйләне.

Был малайҙар бесән эшләшеп, бар эштәрҙә лә ярҙам итеп, Ыҡ йылғаһында һыу инеп, рәхәтләнеп балыҡ тотоп, ауыл эшендә сыныҡты, ҡышҡылыҡҡа көс, дәрт алып үҙҙәренә ҡайтылар.

Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә Башҡортостандың матур хәтирәләре күңелдәрен  йылытып торор әле.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: