+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
30 Август 2022, 13:35

Баймораттың яратҡан шөғөлө

Йәйғорҙоң сағыу төҫтәреләй балҡыған йәй миҙгеле тамамланырға ла күп ҡалманы. Тиҙҙән уҡыуҙар башланасаҡ. Шуға ла һәр көндөң ҡәҙерен белеп, иҫтә ҡалырлыҡ итеп уҙғарырға тырыша Байморат Миһранов. Көҙгә ул Өфөләге 48-се башҡорт лицейының II синыфына уҡырға барасаҡ.

Баймораттың яратҡан шөғөлө
Баймораттың яратҡан шөғөлө

Ҡалала үҫһә лә, ауылды ныҡ ярата Байморат. Каникулының өс айын да тиерлек Әлшәй районының Тәүәтәй ауылында йәшәүсе олатай-өләсәйҙәре янында үткәрә. Бында дуҫтары, туғандары ла күп булғас, күңелле шул үҙенә. Күмәкләшеп рәхәтләнеп уйнайҙар, велосипедта елдерәләр, Дим йылғаһында һыу инәләр, балыҡ ҡармаҡлайҙар.
– Балыҡ тотоу – иң яратҡан шөғөлөм. Рөхсәт итһәләр, йылға буйынан бөтөнләй ҡайтмаҫ инем. Йәй буйы әллә күпме балыҡ эләктерҙем. Учалыға ла барып ҡайттыҡ. Тәбиғәте шул тиклем матур. Ныҡ оҡшаны. Бөркөт тауына мендек, Уй йыл­ғаһында йөҙҙөм, кәмәлә лә йөрөнөк, балыҡ та тоттоҡ, – тип һөйләй Байморат.
Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, яҡындарына ярҙам итеп тә өлгөрә уңған малай. Баҡсанан емеш-еләк йыйыша, малдарҙы көтөүҙән алып ҡайта, кескәй һеңлеһе Нурзәлиәне лә ҡараша.
Йыр-моңға ғашиҡ, спортты яратҡан, бәләкәйҙән туған телен, илен һөйөп, рухлы булып үҫеп килгән Байморат белем усағын һағынып та өлгөргән. Йәй буйы рәхәтләнеп ял иткәс, киләһе уҡыу йылында ла һынатмаҫ әле!

Ю. ӘХМӘТЙӘНОВА.

Баймораттың яратҡан шөғөлө
Баймораттың яратҡан шөғөлө
Баймораттың яратҡан шөғөлө
Баймораттың яратҡан шөғөлө
Баймораттың яратҡан шөғөлө
Баймораттың яратҡан шөғөлө
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: