+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
2 Сентябрь 2022, 12:50

Уңған Илзидә

– Илзидә – беҙҙең уң ҡулыбыҙ, ҙур ярҙамсыбыҙ, – ти әсәһе Дилә Рәйес ҡыҙы. V си­ныф­ҡа барған ҡыҙ бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫкән.

Уңған Илзидә
Уңған Илзидә

 Өйҙә лә, шул уҡ ауылда йәшәгән олатаһы менән өләсәһенә бар­һа ла ҡул ҡаушырып ултырмай ул. Шулай булмай, Розалина апаһы быйыл Өфөлә медицина колледжын тамамланы, кейәүгә сығып, үҙ ғаиләһе менән йәшәй башланы. Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең спорт мас­теры исемен алған Илнар ағаһы – әрме хеҙмәтендә. Бәй, шулай булғас, Илзидә төп ярҙамсы булып ҡала инде! Ысынлап та, бик булдыҡлы ҡыҙ ул. Яңыраҡ өләсәһе хатта уны өй йыу­ғанда ярҙам итергә са­ҡыр­ған әле.
Илзидә Ғиззәтуллина мәктәптә лә өлгөлө уҡыу­сыларҙан һа­нала. Баш­лан­ғыс мәк­тәпте «бишле» билдәләренә генә тамамлаған. Балалар баҡсаһына йөрөгән сағынан уҡ төрлө байрам кисәләрендә, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Конкурс­тарҙа призлы урындар ала. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә район буйынса 2018 йылда мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмөндә I урын алһа, I синыфта «Өмөтлө киләсәк» но­минация­һын­да бүләк­ләнә. Өсөнсө­лә – I урын, IV синыфта иһә эпостың 780 юлын ятлап, Гран-приға лайыҡ була.
– «Урал батыр»ҙы бергәләп өйҙә ятланыҡ. Күбеһенсә эш башҡарып йөрөгәндә ҡабатлайбыҙ. Китабын һәр ваҡыт эргәһендә генә йөрөтә, – ти Дилә Рәйес ҡыҙы. Ул – башлан­ғыс синыфтар уҡытыу­сыһы.
Һәләтле кеше төрлө яҡлап та һынатмай инде ул. Илзидә «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсының республика этабында ла ҡатнашҡан. Район буйынса һүрәттәр, бейеү бәйгеләрендә урындар алған. «Яратам һине, Башҡорт­остан!» республика конкурсында I дәрәжә диплом менән бүләклән­гән.
Йәйге каникулын да ауылдағы эштәр менән ялды берләштереп, кү­ңелле итеп үткәрә. Яҙ башынан әсәһе менән баҡса эштәренә тотоналар: йәшелсә ултыртыу, уларға һыу һибеп, тәрбиәләп үҫтереү... Сәскәләре лә күҙҙең яуын алып ултыра. Себештәрҙе лә ҡарауыллап ҡына торор­ға кәрәк.
Шулай ҙа Илзидәнең иң ярат­ҡан шөғөлө – бешеренеү. Ҡоймаҡ ҡойорға, унан ҡыҫтыбый эшләргә ярата. Һарымһаҡ менән сырҙан тәмле итеп бутербродтар яһай. Пицца бешерергә оҫта. Ата-әсәһенең эштән ҡайтыуына шулай тәмлекәстәр әҙерләп ҡуя. Олатаһы менән өләсәһен дә һыйлай.
– Ағайым ҡайтыуға төрлө еләктәрҙән ҡайнатмалар ҡайнатып ҡуйҙыҡ. Еләккә Сыуаҡай тауына йөрөйбөҙ. Ул өләсәйемдәрҙең өйө артында ғына, – ти Илзидә.
Бына шундай уңған, тырыш ҡыҙҙарҙың береһе Аҫҡар ауылында йәшәй. Киләсәктә ата-әсәһен генә түгел, халҡын да тел­һөйәрлеге, илһөйәрлеге, уңыштары, матур эштәре менән ҡыуандырыр әле ул, Алла бирһә.


Э. РӘШИТОВА.
Бөрйән районы.

Уңған Илзидә
Уңған Илзидә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: