+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Йәйге ял
1 Июнь 2023, 09:25

Донецк балалары Башҡортостанға килде

Башҡортостанға Донецк Халыҡ Республикаһынан 149 бала килде. Улар 21 көн буйына Илеш районында урынлашҡан "Орлёнок" лагерында ял итеп, һаулыҡтарын нығытасаҡ.

Донецк балалары Башҡортостанға килдеДонецк балалары Башҡортостанға килде
Донецк балалары Башҡортостанға килде

Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн төрлө спорт ярыштары, дискотекалар, концерттар, мауыҡтырғыс уйындар, осрашыуҙар, сәйәхәттәр ойоштороласаҡ. Иң мөһиме - уларға тыныс ерҙә йәштәштәре менән аралашыу мөмкинлеге буласаҡ. 

Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлы Айбулат Хажин белдереүенсә, быйыл йәйгеһен Башҡортостан лагерҙарында Луганск һәм Донецк Халыҡ республикаларынан 7 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге 2000 бала ял итәсәк. 

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас