

Йыйын быйыл икенсе тапҡыр уҙғарылды. Унда Рәсәй төбәктәренән 60 уҡыусы - Силәбе, Ырымбур, Төмән, Свердловск, Ҡурған өлкәләренән һәм Пермь крайынан башҡорт теле буйынса олимпиада, милли спорт төрҙәре буйынса ярыш еңеүселәре, башҡорт телен, әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен һаҡлау буйынса үткәрелгән төрлө ижади конкурстарҙа һәйбәт һөҙөмтә күрһәткән балалар ҡатнашты. Һәр көндәре ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙарға, сәйәхәттәргә бай булды. Юғары уҡыу йорттарына, музейҙарға ла барҙылар. Торатауға менделәр, Иглин районында ҡортсолоҡ менән таныштылар.
"Тамырым - башҡорт" форумының маҡсаты балаларҙа телһөйәрлек, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү. Күрше өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ халҡыбыҙ тарихы, Башҡортостан тормошо, тәбиғәте менән яҡындан танышып, яҡты тәьҫораттар менән таралыша.
- Был - минең иң шәп йәйем. Форум байрам кеүек, ғүмергә иҫтә ҡаласаҡ. Барығыҙҙы ла яратам!" - тип уй-тойғолары менән уртаҡлашҡан Сургут ҡалаһынан Ғайсар Бураншин. Ул үҙҙәрендә "Башҡорт телен өйрәнәм" тигән йәкшәмбе мәктәбенә йөрөй икән.
Ойоштороусылар балалар менән, киләһе йылда осрашҡанға тиклем, тип хушлашты.