+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Йәйге ял
7 Июнь 2023, 07:58

Йәмле Һаҡмар буйында

Усаҡ янында йырҙар, төрлө ярыш-конкурстар, йылғала рәхәтләнеп һыу инеү, дискотека... Аҡъяр, Бүребай, Маҡан, Өфө мәктәптәренән йыйылған йәш армеецтар һәм туристар өсөн йәйге каникул ике көнлөк слёттан башланып китте.

Йәмле Һаҡмар буйындаЙәмле Һаҡмар буйында
Йәмле Һаҡмар буйында

Балалар Йәнтеш ауылы эргәһендә палаткалар ҡороп ебәрҙе. Йәмле Һаҡмар буйында ял итеп кенә ҡалманылар, йәш армеецтар һәм туристар отрядтары төрлө һынау ҙа үтте. Улар тәүге көндө ҡаршылыҡтар һыҙаты аша уҙҙы, викторина һорауҙарына яуап эҙләне, ижади бәйгелә ҡатнашты.

Турслёттың икенсе көнө лә ҡыҙыҡлы булды. Йәш армеецтар махсус кейемдәрен кейеп, автоматты һүтеп-йыйҙы, тәүге медицина ярҙамын күрһәтте. Ә туристар төрлө урындарҙа аҙашмаҫҡа, кәрәкле юлды табырға өйрәнде.

Ике көн һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Балаларға турслёт ныҡ оҡшаны. Бөтә командалар ҙа иҫтәлекле бүләк алып һөйөндө. Ә балалар туризмын үҫтереүгә 40 йылға яҡын ғүмерен арнаған Ринат Рәшит улы Таулыҡаевҡа Почёт грамотаһы тапшырылды.

 

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Йәмле Һаҡмар буйында
Йәмле Һаҡмар буйында
Йәмле Һаҡмар буйында
Йәмле Һаҡмар буйында
Йәмле Һаҡмар буйында
Йәмле Һаҡмар буйында
Йәмле Һаҡмар буйында
Йәмле Һаҡмар буйында
Йәмле Һаҡмар буйында
Йәмле Һаҡмар буйында
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас