

Матур сараны «Ағинәйҙәр» ойошмаһы менән берлектә уҡытыусылар коллективы һәм «Инйәрем» фольклор төркөмө ойошторҙо. Бағымсылар Рифат Ғилманов, Айгөл Салауатова, Дилара Зәйнәғәбдинова, Радим Салауатовтар ҙа оло ярҙам күрһәтте.
Өлкән апай-ағайҙары шул тиклем ныҡ тырышҡан. Ниндәй генә ярыштар үтмәне лә, ниндәй генә уйындар уйнаманылар! Тоҡ кейеп, йомортҡа һалынған ҡалаҡты ҡабып йүгерһендәрме, эстафетала ярышһындармы... Шулай ҙа иң күңеллеһе күҙҙе бәйләп, әйбер ҡырҡып алыу булғандыр, моғайын. Бәләкәстәрҙең күбеһе ошонда йыйылғайны.
– Мин һүрәт төшөрөргә яратам. Белгән һымаҡ, акварель буяу ҡырҡып алдым. Ә Мәҙинә һеңлемә ҡояшта кейә торған күҙлек эләкте, – ти ҡыуанып икенсе синыфты тамамлаған Морат Мөхәмәтшин.
– Ошондай байрамдар миңә ныҡ оҡшай. Спорт яратам. Бөгөн бөтә ярыштарҙа ла ҡатнаштым. Йүгереп, бүләк тә алдым әле. Футбол, баскетбол, волейбол уйнарға ла әүәҫмен, – тип үҙенең шатлыҡтары менән бүлеште Айшат Солтанова. Ул өсөнсө синыфты бөтөргән.
Туғандарына ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалар ҙа тартынып торманы. Бергә ҡушылып китеп, төрлө уйындарҙа ҡатнаштылар. Межгорьенан килгән Лүзиә Шакирова бигерәк әүҙем булып сыҡты. Ҡунаҡ ҡыҙға байрам бик оҡшаған, күптәр менән дуҫлашып та өлгөргән.
Уйындар тамамланыуға барыһын да һыйлы өҫтәл көтә ине. Нимәләр генә әҙерләп килтермәгән һабантуйҙы ойоштороусы апайҙары. Тирләп-бешеп тәбиғәт ҡосағында самауыр сәйе эсеү үҙе генә ни тора! Элек мәктәптә ашнаҡсы булып эшләгән Миңнур апайҙары бешереп килтергән бутҡа һуң? Телеңде йоторлоҡ ине! Ауылдың хөрмәтле ағинәйе Гөлсирә Ислам ҡыҙы Салауатова матур теләктәр теләп, өҫтәл башына тороп баҫып, бәләкәстәрҙе, килгән ҡунаҡтарҙы үҙе һыйланы.
Һуңынан балалар ҙур түңәрәккә баҫып, Гөлсирә инәйҙәре ярҙамында ямғыр теләне. Ул көндө яумаһа ла, иртәгеһенә күк күкрәп тороп ямғыр яуып уҙҙы. Бәләкәстәрҙең теләгәне тормошҡа ашмай буламы һуң?! Бөтә халыҡты ҡыуандырҙылар инде.
Алдағы йылдарҙа ла ошондай матур байрамдар үтеп торһон, донъялар тыныс булһын.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.