

Ауылда йылға йә күл булмаһа, әлбиттә. "Йәншишмә" үткәргән "Беҙҙең бала саҡ" тигән фотоконкурсҡа Белорет районы Манышты ауылынан Гөлдәр Хафизова ебәргән фотолағы 4 йәшлек Хәбир Хафизов шулай иткән дә.
Ә икенсе һүрәттә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылынан Сөмбөл һәм Гөлсибәр Ғүмәровалар рәхәтләнеп һыу инә. Фотоны Гүзәл Ғүмәрова ебәргәйне.
Дуҫтар, әйткәндәй, "Беҙҙең бала саҡ" конкурсында еңеүселәрҙең Почёт грамоталары һәм бүләктәре күптән әҙер. Уларҙы килеп алырға йәки Өфөлә йәшәгән таныштарығыҙ аша алдырырға мөмкин. Тик был турала алдан хәбәр итеүегеҙ һорала.