+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Йәйге ял
12 Июль 2023, 05:15

Шаулап-гөрләп балалар һабантуйы үтте

Бөрйән районы Тимер мәктәбендә балалар өсөн һабантуй байрамы үткәреү матур традицияға әйләнгән.

Шаулап-гөрләп балалар һабантуйы үттеШаулап-гөрләп балалар һабантуйы үтте
Шаулап-гөрләп балалар һабантуйы үтте

Быйыл да мәктәп биләмәһендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә  был байрам гөрләп үтте. Күңелле ярыштар бик күп булды: кемдәрҙер арҡан тартышты, берәүҙәр "ат"та сабышты, ҡайһылары уҡтан атты, тоҡ кейеп ырғыны... Онотола барған бәйге – көйәнтәләп һыу ташыу ҙа булды. Был уйын барыһына ла оҡшап ҡалды. Ҡыҙҙар ғына түгел, хатта малайҙар ҙа ярышта ал бирмәне.

Бүләкһеҙ ниндәй байрам булһын,ти? Һабантуйҙа һәр кем үҙенең призын алып һөйөндө. Балалар өсөн ойошторолған һабантуй иҫ киткес шәп булды. Байрамдан һәр кем көс, дәрт, дарман алып, шатланып таралышты.

Фото һәм сығанаҡ: vk.com

Шаулап-гөрләп балалар һабантуйы үтте
Шаулап-гөрләп балалар һабантуйы үтте
Шаулап-гөрләп балалар һабантуйы үтте
Шаулап-гөрләп балалар һабантуйы үтте
Шаулап-гөрләп балалар һабантуйы үтте
Шаулап-гөрләп балалар һабантуйы үтте
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас