

«Колос» лагерына осрашыуға саҡырыу алғас, ихлас риза булдылар. Балалар менән танышып алғандан һуң ҡыҙҙар көнсығыш телдәрен өйрәнеү буйынса уйын формаһында оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Ҡытай иероглифтарын, ғәрәп һүҙҙәрен яҙырға өйрәтте, төрөк һүҙҙәрен хәтерҙә ҡалдырыу өсөн викториналар ойошторҙо. Балалар был телдәрҙә һанарға ла өйрәнде.
Дәрестәр бигерәк тә иң бәләкәй төркөмдәргә оҡшаны: улар аңламай ҡалғандарын ҡабат-ҡабат һоранылар, тырышып-тырмашып хәрефтәрҙе яҙҙылар, һыҙҙылар.
Үҫмерҙәрҙе иһә бүтән майҙансыҡтар ҡыҙыҡтырҙы. Унда егеттәр турникта әйләнеү, ҡулдарҙа йөрөү, гитарала уйнау, башҡорт бейеүҙәрен башҡарыу буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте.
Балалар өлкән ағай-апайҙары әҙерләгән концерт программаһын да яратып ҡабул итте. Улар бергәләшеп бейене, йырланы, һынамыштар әйтеште.
Бер үк ваҡытта студенттар Өфө фән һәм технологиялар университеты, башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты, үҙҙәре уҡыған йүнәлештәр тураһында мәғлүмәт бирҙе. Аҙаҡ гармун көйҙәренә бөтә лагерь өҙҙөрөп баҫты.
Студенттарҙы лагерь тәрбиәләнеүселәренең ихласлығы, ҡыҙыҡһыныусанлығы, илгәҙәк булыуҙары һоҡландырҙы. Балаларҙың һәр береһе үҙенә ағай-апай, дуҫ-әхирәт табып бөттө, уларҙы хатта ҡайтарғылары ла килмәне.
Фото һәм сығанаҡ: «ФБФВиЖ | УУНиТ» төркөмө (vk.com)