

Сара бизнесты алға этәргән реклама, скидка, акциялар тураһында ҡыҙыҡлы лекциянан башланды, артабан йәрминкә үтте.
Йәрминкә гөрләп торҙо, унлаған бала ҡатнашты. Берәүҙәр тәмле кекс, печенье, сәк-сәк бешергән, икенселәр үҙҙәре һыу ҡойоп үҫтергән йәшелсә, еләк-емеште йыйып алып килгән, ә мин үҙем сәйләндән һәм ыҫмаланан яһаған биҙәүестәрҙе тәҡдим иттем.
Оҫта ҡуллы тиҫтерҙәрем үҙҙәрен хеҙмәтләндереү өлкәһендә һынаны – маникюр һәм причёска яһаны.
Өлкәндәр беребеҙҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы – барыбыҙ ҙа тауарыбыҙҙы һатып бөттөк, клиенттар таптыҡ һәм аҡса эшләп ҡыуандыҡ.
Хәҙер киләһе сараға әҙерләнәбеҙ. Ул “Минең йорт хайуаным” тип аталасаҡ.
Яҙгөл НӘЖӘРОВА,
Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы мәктәбенең V синыф уҡыусыһы.
Фото һәм сығанаҡ: "Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы мәҙәниәт йорто" төркөмөнән (vk.com)