

Улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың улдары һәм ҡыҙҙары, социаль яҡтан ярҙамға мохтаж, шулай уҡ һәләтле балалар бар. 16 июлдә юлға сыҡҡандар.
Өйҙәренән лагерға тиклем - 2 мең километр ара. Күптәренең был тиклем алыҫ араға юлға сыҡҡаны булмаған. Әммә улар шат, Башҡортостан тауҙарын, матур тәбиғәтен, Өфөнө күрергә, тиҫтерҙәре менән танышырға теләйҙәр. Был турала Красный Луч хакимиәтенең мәғариф идаралығы хәбәр итә.
Фото: lnr-news.