+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Йәйге ял
18 Июль 2023, 06:17

«Йәйләү»ҙә ырыу-ырыу булып

Ырыуыбыҙ – Үҫәргән,

«Үҫәргән» ырыуы балалары әйҙәүселәре Инзур Аҡҡужин менән.«Үҫәргән» ырыуы балалары әйҙәүселәре Инзур Аҡҡужин менән.
«Үҫәргән» ырыуы балалары әйҙәүселәре Инзур Аҡҡужин менән.

Ырыуыбыҙ – Үҫәргән,
Ҡошобоҙ – Торна,
Ағасыбыҙ – Миләш,
Ораныбыҙ – Туҡһаба,
Тамғабыҙ – Ҡойошҡан,
Батырыбыҙ – Бикбау бей...

Ниндәй ғорур яңғырай! Бер төркөм балалар сафҡа теҙелде лә «Башҡорт­мон, тип күкрәгемде ҡағам!» йырын йырлап, тура баҫып, ғорур атлап, сәхнә яғына юл тотто. Беҙ уларға һоҡланып ҡарап ҡал­дыҡ.
Ейәнсура районының «Аҡ елкән» лагерындабыҙ. Унда Мәр­йәм Бураҡаева программаһы өлгөһөндә асылған «Йәйләү» сменаһы бара. Лагерҙа республикабыҙҙың һәр районы­нан, ҡалаһынан һәм Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләре­нән 105 йәш милләттәшебеҙ ял итә.
– Бер татыу ғаилә кеүекбеҙ, – тип ҡаршыланы беҙҙе лагерь начальнигы Байрас Фәтих улы Ҡансурин. – Балаларға күңелле, ҡыҙыҡлы булһын өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
– Беҙҙә ял итеүселәр отрядтарға түгел, ырыуҙарға бүленгән. Улар тирмәләрҙә йәшәй. Әлбиттә, шартлы рәүештә шулай атаныҡ, – ти өлкән әйҙәүсе Ғәзинур Рифҡәт улы Танһыҡҡужин.
– Нисә ырыу бар инде? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Беҙҙә улар өсәү. Иң бәләкәстәр – «Юрматы», уртансылар – «Ҡыпсаҡ», ә иң ҙурҙар «Үҫәргән» ырыуына тупланған.
– Ә вожатыйҙар нисәү?
– Беҙҙә вожатыйҙар юҡ, улар урынына – һигеҙ әйҙәүсе.
«Йәйләү» матур урында урынлашҡан. Тирә-яҡтан тауҙар, урмандар уратып алған. Эргәлә генә Оло Һүрәм йылғаһы аға. Һоҡланғыс тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итергә, туйғансы уйнарға, һыу инергә була.
Был лагерҙың үҙенсәлеге шунда: аралашыу мотлаҡ баш­ҡорт телендә, һәр бала бөтөн сараларҙа ҡатнашырға тейеш. Төрлө бәйгеләрҙә, конкурстар­ҙа, байрамдарҙа әүҙемлек күр­һәткәндәргә мәрәй бирелә икән. Ял аҙағында йәрминкә үткәрелә, уны шул ваҡытта берәй бүләккә алмаштырырға була.
«Йәйләү» гимнын, «Урал батыр»ҙы өйрәнеү, стена гәзиттәре сығарыу, тамғалар эшләү, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һүрәттәр, Сөләймән Абдуллин исемендәге йыр, Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү конкурстары, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге призға сәсәндәр бәйгеһе, «Алтын тирмә» ярышы, Алпамыша уйындары, «Һаумы, һаумы, әкиәт!», «Киске ултырыш»... Балаларҙың һәр көнө ҡыҙыҡлы уҙа. Программалар шулай итеп төҙөлгән, улар­ҙың исеме үк халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен өйрәнеүҙе аңлата.
Бер көндө бында «Ҡош юлы. Балалар» фестивале үткән. Төрлө тарафтарҙан йыйылған һәләтле автор йырҙарын башҡарыусыларҙы тыңлап кинәнгәндәр.
Шулай ҙа иң иҫтәлеклеһе «Йәйләү батыры», «Йәйләү һылыуы» ярышы булғандыр. Кемдәр еңгәнме? Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан Батыр Мәжитов менән Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылынан Фирҙәүес Мөхәмәтовалар. Ҡотлайбыҙ!
Ял итеүселәр менән дә һөйләшәбеҙ.
– Беҙгә «Йәйләү»ҙә ныҡ оҡшай, – ти Белорет районының Асы ауылы ҡыҙы Сабрина Исхаҡова.
– Миңә лә күңелле бында! – тип һүҙгә ҡушыла Бөрө районының Үгеҙ ауылынан Эвелина Ситдиҡова.
– Сабрина, Эвелина менән дуҫлашып алдым, гел бергәбеҙ, – ти Баймаҡ районының Бикеш ауылынан Ләйсән Ишмырҙина.
Ҡыҙҙар беҙгә «Юрматы» ырыуынан булыуҙары, әйҙәүселәре Зарина Ҡунаҡбаева, Роксана Ни­язғолова апайҙары менән төр­лө сараларҙа әүҙем ҡатнашыу­ҙары тураһында ла белдер­ҙе.
Күрше өлкәләрҙән килгән йәш милләттәштәребеҙ менән дә танышабыҙ.
– Беҙ Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылынан булабыҙ, – ти Диана Бикәнәева менән Фидалиә Хи­самова. – Мәктәптә лә баш­ҡорт телен өйрәнәбеҙ. Аҙнаһына 1 – 2 сәғәт ингән дәрестә Са­ния Сәйет ҡыҙы Ҡуҙбаева уҡыта.
Ҡыҙҙар быйыл икеһенең дә Мостай Кәрим исемендәге премия алыуҙарын да әйтте. Уны шағирҙың ҡыҙы Әлфиә апай үҙе тапшырған икән.
– Беҙҙең мәктәптә лә баш­ҡортса өйрәнәбеҙ, – тине Ҡур­ған өлкәһе Сафакүл районының Баҡай ауылынан Әлфиә Садиҡова. – Мин һигеҙенсе синыфҡа күстем. Уҡытыусым – Жәлил Фәйрүз улы Садиҡов. Ул географиянан да, тарихтан да дәрес бирә.
Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районының Ключи ҡасабаһынан Азалиә Низаметдинова, Римма Кузнецова һәм Силәбе ҡалаһынан Наим Байымов башҡортса ауырыраҡ һөйләшә ине. Улар­ҙың да телебеҙҙе өйрәнергә теләктәре ҙур икәне һиҙелде.
– Үҙебеҙҙең башҡорт булыуыбыҙҙы онотмайбыҙ. «Йәйләү»ҙә телде Зарина Ҡунаҡбаева, Рүзилә Иҙрисова апайҙар өйрәтһә, ә ҡурайҙа – Булат Әсфәндиәров, ҡумыҙҙа уйнау өсөн Инзур Аҡҡужин ағайҙар менән шөғөлләнәбеҙ. Карина Ғафарова апай менән – башҡортса йырҙар, ә Гүзәл Ермакова апай ярҙамында бейеүҙәр баш­ҡарабыҙ, – тине ҡунаҡтар.
Бик хуп! «Йәйләү»ҙә ял итеүселәрҙең һәр көндәре шулай файҙалы уҙа. Лагерь аҙағында балалар­ҙың бөтәһе лә баш­ҡортса бейей, йырлай, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнай белергә тейеш. Уларға телебеҙҙе, хал­ҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, балалар уйындарын, ижадын, шифалы ризыҡтарыбыҙҙы, ырыу легендаларын да өйрәтәләр.
Был лагерҙа бер генә тапҡыр бул­һа ла ял иткән балалар үҙҙәрен бәхетле тоялыр. «Йәйләү» бит ҡанат та ҡуя, маҡсатлы йәшәргә көс-дәрт тә өҫтәй.

М. ӘБЕШЕВ.
Ейәнсура районы, Сөләймән ауылы.

Әйҙәүселәр бергә йыйылғанда.
«Беҙ Көлкө байрамына әҙерләнәбеҙ».
Әхирәттәр Сабрина Исхаҡова, Эвелина Ситдиҡова  һәм Ләйсән Ишмырҙина.
Күрше өлкәләрҙән килгән йәш милләттәштәребеҙ  әйҙәүсе Рүзилә Иҙрисова менән.
«Йәйләү һылыуы» исемен яулаусы  Фирҙәүес Мөхәмәтова.
Әйҙәүселәр бергә йыйылғанда.
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас