

Йоҡонан торғанымса өләсәйем күп итеп ҡоймаҡ ҡоя, тәмлекәстәр бешерә. Бергәләшеп тәмле итеп сәй эсәбеҙ ҙә артабан мин урамға йә олатайға ярҙам итергә, йә велосипедта йөрөргә сығам. Йорт хайуандарын, ҡоштарҙы ҡарарға булышам.
Бына күптән түгел аҡ ҡына һарығыбыҙҙың ике матур бәрәсе донъяға килде. Берәүһе әсәһе эргәһенән бөтөнләй китмәй, ә икенсеһе бигерәк сос, наҙлы булып сыҡты. Уныһына мин Рокки тип исем ҡуштым. Бәрәс әсәһенә лә иркәләнеп ала, минең яндан да китмәй. Үҙе уйынсыҡ кеүек йомшаҡ ҡына. Ҡойроғо ла оҙон.
Беҙ Рокки менән хәтәр дуҫлашып алдыҡ, ул хатта артымдан ҡалмай, көсөк һымаҡ эйәреп йөрөй башланы. Мине күреп ҡалыу менән уйнаҡлап йүгереп килеп тә етә.
Яңы дуҫымды һөт һәм тәмле үлән менән һыйлайым. Ул ҡойроғон һәм ҡолаҡтарын һелкетеп-һелкетеп, шатланып ҡулдарымдан ашай. Ашап бөткәс, әйтерһең дә, рәхмәт әйткән һымаҡ янымда һикергәләп әйләнеп ала. Шундай бәләкәй һәм илгәҙәк ул минең Рокки!
Таһир РӘХИМОВ, 2-се синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.